"КамАЗ"дың ҡаршыһына сыҡҡанмы?26.02.2019
Бөгөн Өфөнөң Көнсығыш юлында “Лада Приора” менән “КамАЗ” төкөшкән. Көслө бәрелештән еңел автомобилдәге ике кеше эстә ҡыҫылған.

“Урынға ҡаланың Эҙләү-ҡотҡарыу отряды, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, “Ашығыс ярҙам” бригадаһы ебәрелде, – тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәтенән. – Ҡотҡарыусылар еңел автомобиль водителен гидравлик инструмент ярҙамында сығарып, “Ашығыс ярҙам” машинаһына тейәне. Аварияла ике кеше зыян күргән”.

Алдан бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, “Приора” водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, йөк машинаһына бәрелгән.

Аварияның сәбәбен дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре асыҡлаясаҡ.


Вернуться назад