Табиптар оҙағыраҡ эшләй21.02.2019
Киҫкен респираторлы инфекциялар һәм киҙеү (грипп) таралыуға бәйле эпидемиологик хәлдең киҫкенләшеүенән сығып, республиканың медицина учреждениеларында ҡайһы бер сикләү саралары (карантин) индерелде.

Уға ярашлы, әлеге ваҡытта стационарҙарҙа дауаланыу үткән кешеләр янына килеүселәрҙе индереү, балалар поликлиникаларында профилактик ҡабул итеүҙәр, мәктәпкәсә тиклемге һәм белем биреү учреждениеларында планлы диспансерлаштырыу үткәреү тыйыла. Медицина ойошмаларында вирусҡа ҡаршы препараттарҙың, медикаменттарҙың тейешле запасы булырға тейеш.

Өфө ҡалаһы һәм районы поликлиникаларының хеҙмәт режимы үҙгәрҙе: эш көндәрендә табиптар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ғаса ҡабул итә, табипты өйгә саҡырыу киске 8-гә тиклем ҡабул ителә. Шәмбе көнө был режим иртәнге сәғәт 8-ҙән 5-кәсә дауам итә; саҡырыуҙар 4-кәсә ҡабул ителә.




Вернуться назад