Трамвай батҡан!08.02.2019
Ҡыш үҙ көсөн күрһәтеүен дауам итә. Ике көн туҡтамай яуған ҡар Өфө урамдарында хәлде киҫкенләштерҙе.

Коммуналь хеҙмәткәрҙәр көсәйтелгән режимда эшләһә лә, өлгөрә алмай. Бөгөн иртәнсәк баш ҡала урамдарындағы тығындарға 10 балл ҡуйылды.

Менделеев һәм Оло Граждандар урамдарында хатта трамвайҙар батып ултырҙы. Уларҙы ҡар тотҡононан трактор һәм “Урал” автомобиле ярҙамында сығарҙылар.


Вернуться назад