Данлы шәхес мәңге хәтерҙә05.02.2019
Нефтекама дәүләт филармонияһында башҡорт халҡының күренекле дәүләт эшмәкәре Муллайән Халиҡовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте.

Сара Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына ла арналды. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, Нефтекама ҡалаһы зыялылары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Белешмә өсөн. Данлы шәхес мәңге хәтерҙә
Муллайән Халиҡов 1894 йылдың 4 февралендә Бәләбәй өйәҙенең Аҡтау ауылында (хәҙерге Бүздәк районының Иҫке Аҡтау ауылы) аҫаба башҡорт Дәүләтша ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән белемгә ынтыла. Троицк ҡалаһында “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһен, аҙаҡ ошонда уҡ семинарияны тик “бишле” билдәләренә тамамлай.
Башҡорт милли хәрәкәте лидеры, мәғрифәт һәм социаль тәьминәт буйынса халыҡ комиссары, БАССР Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе була. Үкенескә күрә, ғүмере бик йәшләй өҙөлә: 1937 йылда милләтселектә ғәйепләнеп ҡулға алына һәм атыу язаһына тарттырыла.


Вернуться назад