Иғтибар: уҡыусылар өсөн йәнә яҡшы хәбәр04.02.2019
7-8 февралдә Өфөлә “Башҡортостан мәктәптәренә – спорт көрәше” тип аталған ғилми-ғәмәли конференция үтә.

Төбәк биләмәһендә был проектты тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышыуҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров, Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили, өс тапҡыр олимпия чемпионы Александр Карелин, әлеге маҡсатлы программаның авторы Василий Цандыков ҡатнаша.

Конференцияға шулай уҡ тренерҙар, физкультура уҡытыусылары, белем биреү ойошмалары етәкселәре һәм һөнәре ошо өлкәгә бәйле башҡа эшмәкәрҙәр саҡырылған. Сарала республикала Спорт көрәше үҙәге асыуға айырым иғтибар бүленәсәк.

“8 февралдә физкультура уҡытыусылары һәм тренерҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеләсәк, улар бында программаны тормошҡа ашырыу юлдары менән танышасаҡ”, – ти ойоштороусылар.


Вернуться назад