Именлек һаҡсыһы – үҙе ришүәтсе31.01.2019
45 йәшлек полиция бүлеге етәксеһе ришүәтселектә ғәйепләнә. Уға ҡарата енәйәт эше асылған.

Хоҡуҡ һаҡсыһы 2017 йылдың сентябренән былтырғы майға тиклем полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан административ тәртиптә тартып алынған транспорт сараларын һаҡлау һәм эвакуациялау менән шөғөлләнгән ойошма вәкиленән законһыҙ рәүештә аҡса ала барған: туҡталҡаға ебәрелгән һәр автомобиль өсөн – 500 һум.

Әле енәйәтте төрлө яҡлап асыҡлау маҡсатында тикшереү бара.


Вернуться назад