"Салауат Юлаев"та ла уйнарҙар!29.01.2019
Сибайҙың “Таусы” хоккей командаһына ярыштарға йөрөү өсөн күптән көтөлгән автобус тапшырыласаҡ. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров урындағы власть етәкселәренә шундай бурыс йөкмәтте.

Ул “Ирәндек” боҙ һарайында команданың йәш хоккейсылары менән аралашты. Директор Ғаяз Ғәлиәкбәров әйтеүенсә, бында фигуралы шыуыу, шорт-трек, хоккей менән 200-ҙән ашыу бала шөғөлләнә.

“Һеҙҙең ҙур еңеүҙәргә өлгәшеүегеҙҙе теләйем, – тине Радий Фәрит улы йәш спортсыларға. – Арағыҙҙан бер нисәү беҙҙең төп хоккей клубы “Салауат Юлаев”та уйнар тип уйлайым”.

Спортсыларҙың әсәләре республика етәксеһенә автобус хәстәрләгәне өсөн рәхмәт әйтте, балаларыбыҙ төрлө турнирҙарҙа Башҡортостан данын лайыҡлы яҡлар тигән ышаныс белдерҙе.


Вернуться назад