Шарттар ниндәй – һөҙөмтә шундай22.01.2019
“Халыҡтың хәүефһеҙлеге полиция хеҙмәткәрҙәре өсөн булдырылған шарттарға, уларҙың эшкә ниндәй кәйефтә юлланыуына бәйле. Кешеләрҙең эске эштәр органдарына ышаныуы ифрат мөһим”.

Шулай тип белдерҙе республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Бәләбәй районы эске эштәр бүлегенең яңы бинаһын ҡарағас. Етәксе шулай уҡ республиканың был тармаҡҡа артабан да ярҙам итәсәген, матди-техник хәлгә ныҡлы иғтибар бүленәсәген билдәләне.

Бәләбәйҙә быға тиклем эске эштәр хеҙмәттәре ҡала буйлап таратылған, хеҙмәт шарттары насар булған. Хәҙер иһә барыһы ла заманса, йылы, яҡты кабинеттар тейешле кимәлдә йыһазландырылған.

“Аралашыуҙан күренеүенсә, хеҙмәткәрҙәр бик ҡәнәғәт, улар үҙ бурыстарын яҡшыраҡ, һөҙөмтәлерәк үтәйәсәк”, – тине республика етәксеһе.

Башҡортостандың эске эштәр министры Роман Деев төбәк етәкселегенә яңы бинаны төҙөүҙә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.


Вернуться назад