Арыҫландың вәғәҙә иткән видеоролигы әҙер!19.01.2019
Яңы йыл алдынан Президент самолеты бортында булған 15 йәшлек Арыҫлан Ҡәйепҡолов шул сәфәре хаҡында видеоролигын интернетҡа ҡуйҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һирәк осрай торған беренсел иммунодефицит менән яфаланған малайҙың хыялы тормошҡа ашты: Яңы йыл алдынан ул дәүләт башлығының Ил-96-300 самолетында булды. Владимир Путин бортта экскурсия ойошторҙо һәм үҫмергә үҙе бүләк иткән видеокамераға ролик төшөрөргә рөхсәт итте. Арыҫлан ошо сәфәре хаҡында яҙманы аҙаҡ күрһәтергә вәғәҙә биргәйне.
Әйткәнен үтәне ул. “Самолеттың эсе ғәҙәти түгел, ә үҙенсәлекле фатир һымаҡ”, – тип һөйләй кадр артында ауыр сирле малай. Яҡташыбыҙ бортта оҙата барыусынан (ул етәксенең һауа судноһында ете йыл эшләй), шулай уҡ пилоттан ҡыҫҡа интервью алыуға өлгәшкән.


Вернуться назад