Алтындар автобус һорай18.01.2019
Сибайҙа үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышында Алтын ҡасабаһында йәшәүселәр үҙҙәрен борсоған төп проблеманы күтәрҙе.
Бына инде нисә йыл рәттән уҡыусыларҙы ташыған автобус ваҡытында килмәй йә боҙола, килһә лә, пассажирҙар тулы була, һөҙөмтәлә балаларҙың урамда өшөп-туңып торған, дәрескә һуңлаған осраҡтары күп. Ҡасаба старостаһы Насип Һаҡмаров әйтеүенсә, Алтындан туғыҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейына барыу өсөн I – XI класс уҡыусылары көн һайын иртәнге сәғәт етенән туҡталышта транспорт көтөргә мәжбүр. Ни өсөн ошоға саҡлы айырым мәктәп автобусы юҡ?


Вернуться назад