Өфө үҙәген төтөн ҡапланы04.01.2019
Өфө үҙәген төтөн ҡапланыКисә баш ҡаланың Чернышевский урамындағы көнкүреш техникаһы менән сауҙа итеүсе “Эльдорадо“ магазиныныда янғын сыҡҡан.

Магазин урынлашҡан күп ҡатлы йорттан 30 кеше эвакуацияланған, 22 сәғәткә тиклем ут һүндерелгән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.

Янғын һүндереүҙә газдан-төтөндән һаҡлау хеҙмәтенең дүрт звеноһы, 59 кеше ҡатнашҡан, 20 берәмек техника ҡулланылған, полиция һәм медицина бригадалары ла килгән. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары янғын сәбәбен асыҡлай.


Вернуться назад