Йәнә Магнитогорск...02.01.2019
Маршрут автобустарының газ менән эшләүенең хәүефле икәнлеге хаҡында республика етәксеһе үҙ вазифаһын башлағандың тәүге көндәрендә үк әйтеп, проблеманы яйға һалыуҙы талап иткәйне. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә, мәсьәләнең етдилегенә үткән төнгө ваҡиға тағы бер ҡат инандырҙы.

Йәнә Магнитогорск... Унда маршрут автобусы янған. Эстәге өс кешенең барыһы ла һәләк булған. Ваҡиғаға шаһиттар әйтеүенсә, бер нисә тапҡыр шартлау тауышы яңғыраған, унан ҡапыл машина яна башлаған. Әле урында оператив-тикшереү төркөмө эшләй.

“Бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, шартлауҙың сәбәбе – газ ҡоролмаһының төҙөк булмауы. Тикшереү артабан дауам итә, хәл асыҡлана”, – тип белдерҙеләр Эске эштәр министрлығының Силәбе өлкәһе буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.


Вернуться назад