Бәләбәйҙә ер яна19.12.2018
Приют ҡасабаһындағы шәхси йорт ихаталарының береһендә бер нисә ай инде ер аҫтынан төтөн сыға. Унда Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары, “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәргән, тик хәлдең сәбәбен әлегә берәү ҙә аңлата алмай. Урындағы халыҡ иһә һаулыҡтың насарайыуына зарлана.

Ер хужаһы Айҙар Имелбаевҡа төтөн эсендә көн күрергә тура килә. “Октябрҙә төтөн сыҡҡанын күреп, был турала иремә әйттем. Ул иһә ер йәйге эҫенән һыуынып өлгөрмәгән, шуның төтөнө сыға тип, тынысландырҙы”, – ти Ольга Имелбаева.

Эксперттар һәм халыҡ борон был ерҙә һаҙлыҡ булған, әле торф яна, тигән фекерҙә. Ерҙе тәрәнерәк ҡаҙған һайын, тупраҡ ҡыҙыуыраҡ була бара. Әгәр, ысынлап та, торф янһа, янғындың таралып китеүе лә ихтимал. Экологтар тупраҡты тикшереүгә алған. Һөҙөмтәләр аҙна аҙағына билдәләнәсәк.



Вернуться назад