Дегустацияға рәхим итегеҙ!19.12.2018
Йәмәғәтселекте туҡланыу сифаты менән таныштырыу маҡсатында, Өфө мәктәптәре ата-әсәләр һәм журналистар өсөн “Асыҡ ишектәр көнө” ойоштора.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, дегустациялар Өфөнөң Совет, Киров, Октябрь һәм Калинин райондарында 7-се, 9-сы, 29-сы, 38-се, 42-се, 49-сы, 84-се, 87-се, 112-се, 147-се, 157-се, 159-сы мәктәптәрендә үтәсәк.

Хәҙерге ваҡытта мәктәптәрҙә туҡланыу системаһын өс оператор ойоштора. Улар 116 меңдән ашыу уҡыусыһы булған 128 белем биреү учреждениеһын ризыҡ менән тәьмин итә.

“Асыҡ ишектәр көнө” тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Өфө хакимиәтенең рәсми сайтындағы “Документтар” бүлегендә табырға була.


Вернуться назад