Тирләндәр яңы “Планета” асты04.12.2018
Бөгөн Белорет районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Тирлән ауылында өр-яңы “Планета” физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Комплекс Башҡортостан менән “Роснефть” араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү нигеҙендә ”Башнефть” компанияһының хәйриә аҡсаһына төҙөлгән. Объекттың хаҡы – 29 миллион һум. Дөйөм майҙаны 623,8 квадрат метрлыҡ спорт комплексының төҙөлөшө былтыр көҙ башланған. Бында еңел атлетика, баскетбол, ҡаҡма туп, каратэ секцияларын, тренажер һәм уйын залдарының эшен ойоштороу күҙаллана.

– Ысын мәғәнәһендә ҙур шатлығығыҙҙы уртаҡлашыу мөмкинлеге булған өсөн рәхмәт. Ауылығыҙҙа тәүге спорт комплексы төҙөлдө. Изге башланғыстарҙа һәр саҡ ярҙам күрһәткән “Башнефть” компанияһына рәхмәт. Әлеге комплекс “Башнефть” менән бергәләп төҙөгән берҙән-бер объект түгел, – тине Радий Хәбиров. – Тирлән – ҙур тарихлы ауыл. Бында ҡыйыу, ныҡыш кешеләр йәшәй. Беҙҙең бурыс – халыҡтың тормошон яҡшыртыу, медицинаның, мәғарифтың сифатын күтәреү, ял итергә, үҫергә мөмкинлек биреү.


Вернуться назад