Һыуыҡтар башланды. Һауа торошо яҡшырырмы?19.09.2018
Башҡортостанда көндәр һыуытты, ямғырҙар башланды. Көҙгө эштәрен тамамлап өлгөрмәгәндәр борсола: йылы, аяҙ көндәр әле булырмы?

Бөгөн урыны менән ямғыр яуа, төньяҡ-көнбайыштан көслө ел иҫә, һауа температураһы +10, +15 градус. Айырым юл участкаларында томан. Шулай ҙа республиканың көньяғында янғын хәүефе һаҡлана.

Әммә аҙна аҙағында синоптиктар йәнә ямғырһыҙ йылы көндәр вәғәҙәләй.


Вернуться назад