Бишеһен дә ҡотҡарған11.09.2018
Ишембай ҡалаһының 19-сы мәктәп уҡыусыһы Иван Соболев мәктәптән ҡайтып килешләй, автобус туҡталҡаһында ятҡан ҡара пакеттан йән эйәһенең сыйылдауын ишетеп ҡала.

Асып ҡараһа, яңы ғына тыуған бесәй балалары! Бишәү! Малай икеләнеп тормай, уларҙы үлемдән ҡотҡарырға ашыға. Әсәһе Ирина ирекмәндәр ярҙамында бәләкәстәрҙе имеҙеү өсөн инә бесәй табып килтерә.

Хәҙер был “оло ғаилә” Соболевтарҙың йортонда үҙҙәрен ысын хужа итеп тоя. “Бесәй балаларына прививка яһатҡандан һуң уларҙы ышаныслы ҡулдарға тапшырырға уйлайбыҙ”, — тип план ҡора Иван.


Вернуться назад