“Бина бар, ресурстар етерлек”14.08.2018
Республиканың баш ҡалаһында университеттар өсөн инновациялар үҙәге асырға ниәтләйҙәр. Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһенең пленар ултырышында төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо турала белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, яңы үҙәкте Киров исемендәге телефон аппаратураһы заводының элекке бинаһында урынлаштырыу күҙаллана. Карл Маркс менән Туҡай урамдары мөйөшөндәге бина республика милкенә ҡайтарылған. Әле уның бер өлөшөндә БДУ корпусы асылған.
Республика власы Ректорҙар советынан һәм университет берләшмәһенән инновациялар үҙәгенә ҡағылышлы тәҡдимдәр көтә.
– Бина бар, ресурстар етерлек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Үҙәктә тормош ҡайнап тороуын, студенттар көн-төн шөғөлләнеүен теләйбеҙ. Лабораториялар, кванториумдар, технопарктар, инновациялы майҙансыҡтар эшләһен. Беҙҙә бының өсөн шарттар тыуҙырылған.


Вернуться назад