Йәштәр мәнфәғәтендә10.08.2018
Башҡортостанда йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеү дауам итә. Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ауыл еренә эшкә киткәндәргә аҡса түләнә. Республика Башлығы башланғысына ярашлы быйыл аҡса күләме арттырылды.
Марсель Талипов атай-олатайҙары кеүек тормошон ауыл хужалығы менән бәйләйәсәген бала саҡтан күҙаллай. Зоотехник һөнәрен алған егет өс йыл инде Күгәрсен районы предприятиеларының береһендә эшләй. Ул мал аҙығын ваҡытында әҙерләү һәм бүлеү өсөн яуап бирә.
Айҙар Абуллин да предприятиеға Марсель менән бер йылда килгән. Улар бер үк юғары уҡыу йортонда белем алып, Күгәрсен районына эшкә ҡайтҡан һәм 100 мең һум күләмендә аҡса алған.
Әйткәндәй, 2015 йылдан юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлап тыуған яҡтарына юлланған йәштәрҙең барыһына ла 100-әр мең һум аҡса түләнгән. Быйылдан иһә төбәк етәксеһе башланғысы менән уның күләме урта махсус белем алғандарға – 300 мең һумға, юғары белемлеләргә 500 мең һумға тиклем арттырылған.
Быйыл республикала 80 белгес үҙ райондарына ҡайтып, урындағы предприятиеларҙа тырышып эшләп йөрөй. Күгәрсен районында ундайҙар бишәү.


Вернуться назад