Башҡортостан Башлығы грантына – 325 ғариза03.08.2018
Өфөлә эксперт советы республикала дәүләт һәм төбәк халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы гранттарын алыуға ғаризаларҙы ҡарай.

Конкурсҡа барлығы 325 ғариза тапшырылған: мәҙәниәт өлкәһе буйынса – 79, мәғариф тармағына ҡарағандары – 130, спорт һәм йәштәр сәйәсәтенә бәйлеләре – 14, киң мәғлүмәт сараларына ҡағылышлылары – 64, фәнгә ҡағылышлылары – 38.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар был йүнәлештәге эшмәкәрлектең төп принциптары һәм комиссияның бурыстары тураһында Эксперт советы рәйесе Рафаил Шафиҡовтың сығышын тыңланы, конкурсҡа тәҡдим ителгән хеҙмәттәрҙе ҡарай башланы. Эксперттар был эштәрҙең грант биреү тәртибенә тап килеү-килмәүен билдәләргә тейеш. Артабан ғаризаларҙы конкурс комиссияһы тикшерәсәк.


Вернуться назад