Бөрйән балы – башҡорт даны01.08.2018
Бөрйән районында бөтөн донъя умартасылары йыйыла. 18 авгус­та унда “Бөрйән балы – башҡорт даны” халыҡ-ара этнофестивале үтә.

Республиканың Мәҙәниәт министр­лы­ғында хәбәр итеүҙәренсә, сара умартасылар араһында тәжрибә уртаҡлашыу, кәсепкә бәйле кәрәк-яраҡ, ҡорамалдар етештереүселәргә һатыу баҙарын киңәйтеү мөмкинлеге бирәсәк.
Фестиваль барышында конкурстар үтәсәк, унда иң яҡшы солоҡсолар, умартасылар, шулай уҡ Башҡортостан биләмәһендә етештерелгән иң тәмле бал билдәләнәсәк.
Этнофестиваль программаһында милли спорт уйындары, ярыштар, халыҡ кәсептәре кәрәк-яраҡтарын, умартасылыҡ продукттарын һатыу күргәҙмәһе уҙғарыу ҡаралған. Байрам ҡунаҡтарын башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙары ҡатнаш­лығындағы концерт көтә. Фестиваль асыҡ һауалағы дискотека менән тамамлана.
Халыҡ-ара бал этнофестивале урта рус бал ҡорто тоҡомоноң Бөрйән популяцияһын һаҡлау, солоҡсолоҡто һәм умартасылыҡты популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.
Йыл һайын үткәрелгән халыҡ-ара этнофестивалдең ойоштороусылары – Башҡортостандың Мәҙәниәт, Ауыл хужалығы министрлыҡтары, республика­ның Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты һәм Бөрйән районы хакимиәте.



Вернуться назад