Абдразаҡовты премьера көтә01.08.2018
Опера сәхнәһе йондоҙо, бас Илдар Абдразаҡов Зальцбургта донъялағы иң абруйлы опера фестивалендә Дж. Россиниҙың “Алжирҙа итальян ҡыҙы” премьераһына әҙерләнә. Ул спектаклдә Мостафа ролен башҡара.

“Алжирҙа итальян ҡыҙы” донъялағы күренекле опера йырсыларының береһе Чечилия Батоли өсөн махсус ҡуйылған Моше Лайзерҙың һәм Патрия Корьеҙың режиссерлыҡ трактовкаһында үтә. Ул Изабелла ролендә сығыш яһай. Таддео партияһын Италияның арҙаҡлы опера баритоны Алессандро Корбелли йырлай.
“Алжирҙа итальян ҡыҙы” премьераһы 8, 11, 14, 16, 19 авгусҡа тәғәйенләнгән. Хәбәр итеүҙәренсә, спектаклгә билеттар күптән һатылып бөткән.


Вернуться назад