Ҡыҙҙар, хоккейсы булырға теләйһегеҙме?31.07.2018
“Башҡортостан берләштерелгән хоккей федерацияһы” ҡыҙҙар араһынан хоккейсы булырға теләүселәрҙе йыйыуы тураһында иғлан итте.

Дәғүәселәргә талаптар: хоккей уйнарға теләү, конькиҙа шыуа белеү. Хоккей формаһы һәм экипировка хуплана. Шулай уҡ ҡыҙҙарға 14 йәш тулған булыуы шарт. Киләсәктә уларға “Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы” Бөтә Рәсәй ярыштарында сығыш яһау мөмкинлеге бар.


Вернуться назад