Бөрйәндәр “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа күсә25.07.2018
Бөрйән районының ете ауылына – район үҙәге Иҫке Собханғолға, Миңдеғол, Әтек, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй, Ҡотан һәм Ырғыҙлыға газ селтәре һуҙыласаҡ.

Төҙөлөш эштәрен “Газпром инвестгазификация” компанияһы – “Газпром”дың инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыусы берҙәм заказсыһы башҡарасаҡ. Ауылдарҙы “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итәсәк газ торбалары “Башҡортостан” милли паркы һәм “Алтын Солоҡ” заказнигы биләмәләре аша ла үтәсәк. Компания вәкилдәре район етәкселеге менән берлектә махсус һаҡланған биләмәләргә мөмкин тиклем зыян килтермәү буйынса ла маҡсатлы эш алып бара.


Вернуться назад