Электричкаларҙың йөрөү ваҡыты үҙгәрә25.07.2018
1 августан ҡала яны поездары яңы расписаниеға күсә. Пассажирҙарға сәфәре хаҡында алдан хәстәрлек күреп, үҙҙәренә кәрәкле юл транспортының ҡуҙғалыу ваҡытын асыҡлау зарур.

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы етәкселеге юлсыларға “Пригород” тип аталған мобиль ҡушымтаны күсереп алып, барлыҡ яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар булырға тәҡдим итә. Шулай уҡ ойошманың рәсми сайты аша ла кәрәкле мәғлүмәт алырға мөмкин.


Вернуться назад