Эшҡыуарҙар, һеҙҙе көтәләр!25.07.2018
Башҡортостанда “Йыл эшҡыуары-2018” конкурсы старт алды. Унда республикала бәләкәй йәки урта эшҡыуарлыҡ менән ике йылдан ашыу шөғөлләнгән йүнселдәр ҡатнаша ала.

Бәйге шарттарына ярашлы, төрлө тармаҡтар – етештереү, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, ауыл хужалығы, туризм, көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған эшҡыуарҙар айырым билдәләнәсәк. Конкурсҡа ғаризалар 31 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.


Вернуться назад