Ашҡаҙарҙың аръяғында...24.07.2018
Стәрлетамаҡта ҡала биҫтәләрен төҙөкләндереү буйынса йәйге эштәр бара. Быға тиклем оҙаҡ ваҡыт ремонт күрмәгән урамдар ҙа яңыра. Мәҫәлән, әле Ашҡаҙар аръяғы биҫтәһендә асфальт юл һалына. Аҙаҡ юл эшселәре Первомайский, Строймаш ҡасабаларына күсәсәк. Йәмғеһе биш километр оҙонлоҡтағы юлға асфальт түшәләсәк, тип хәбәр итәләр биләмәләр менән эшләү бүлегенән.

Бында шулай уҡ “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса ла ҙур һөҙөмтәләр көтөлә. Былтыр уның нигеҙендә Хоҙайбирҙин урамының бер өлөшө төҙөкләндерелгән, хәҙер икенсе өлөшөндә йәйәүлеләр зонаһы барлыҡҡа киләсәк. Әлеге мәлдә урамды матурлау менән бер рәттән, эскәмйәләр һатып алыу, төрлө биҙәү композициялары, һындар урынлаштырыу эштәре лә ҡайнай. Ошо урамда киләсәктә спорт комплексы, майҙансыҡтар ҙа буласаҡ.
Быйыл шулай уҡ 36 йорт ихатаһын төҙөкләндереү планлаштырылған. Был йәһәттән байтаҡ йорт алды ремонтланған да инде.
Стәрлетамаҡта урамдар ғына түгел, инфраструктура ла бар яҡлап та үҫешә. Мәҫәлән, әле ҡаланың Көнбайыш биҫтәһендә заман талаптарына яуап бирерлек 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. Уны киләһе уҡыу йылында сафҡа индереү планлаштырыла.



Вернуться назад