Шәп йәштәр үҫә24.07.2018
Һарытауҙа Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы юғары уҡыу йорттарының VII йәйге универсиадаһы үтте. Унда Башҡорт дәүләт аграр университетының йәш спортсылары лайыҡлы сығыш яһап, дөйөм команда иҫәбендә икенсе урынды алды.

Айырыуса волейболсы егеттәр һөйөндөрҙө: универсиаданың һуңғы көнөндәге көсөргәнешле ярышта улар алтын миҙал яуланы. Шулай уҡ беҙҙең волейболсы ҡыҙҙар менән баскетболсылар ҙа, яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, икенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары грек-рим көрәше, пауэрлифтинг һәм дартста ла үҙҙәрен таһыллы, көслө спортсы итеп танытты.


Вернуться назад