Халыҡ геройҙары, һеҙ ҡайҙа?11.07.2018
Башҡортостанда “Башҡорт халыҡ геройы” тигән миҙал барлыҡҡа киләсәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы награданың эскизын эшләү йәһәтенән асыҡ конкурста ҡатнашырға саҡыра.

“Башҡорт халыҡ геройы” почетлы исеме башҡорт халҡы алдындағы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендәге хеҙмәттәре, тыныслыҡты, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға тос өлөш индергән, башҡорт халҡын яҡлауҙа ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән, әүҙем хәйриә эшмәкәрлеге, дәүләт, республика һәм башҡорт халҡы алдындағы башҡа ҙур хеҙмәттәре өсөн бирелә.
Конкурсҡа юридик һәм физик берәмектәр, шул иҫәптән ижади коллективтар, инициатива төркөмдәре, художество һәм ағартыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ойошмалар саҡырыла. Еңеүсе менән миҙалды эшләгәндә авторлыҡ килешеүе төҙөлә. Эштәр 1 октябргә тиклем [email protected] адресы буйынса электрон төрҙә ҡабул ителә. Унда “Башҡорт халыҡ геройы” миҙалын эшләү буйынса конкурс” тигән билдә ҡуйырға онотмағыҙ.
Миҙалдың иң яҡшы эскизы көҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышында асыҡтан-асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә һайланасаҡ. Конкурс йомғаҡтары тураһында белдереү ҡоролтайҙың рәсми сайтында, шулай уҡ “Бәйләнештә” һәм Facebook социаль селтәрҙәрендәге “Ҡоролтай” төркөмөндә урылаштырыласаҡ.


Вернуться назад