Тау түбәһенә — шағир исеме11.07.2018
Тау түбәһенә — шағир исемеТөньяҡ киңлектең 43 градусы, 10 минуты, 747 секунды. Көнсығыш оҙонлоҡтоң 42 градусы, 57 минуты, 700 секунды. Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһындағы Кавказ һыртының Чегем тарлауығындағы Мостай Кәрим исемендәге тау түбәһенең координаттары тап ошолай. Түбәнең бейеклеге — 3555 метр.

Уҙған шәмбе Башҡортостандан һәм Ҡабарҙа-Балҡарҙан бер төркөм альпинистар тауға күтәрелеп, бейеклеккә халыҡ шағиры, һуғыш ветераны, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең исемен бирҙе. Рус география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең бөйөк шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған проекты Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы Хөкүмәте, йәмәғәт ойошмалары ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. Экспедицияла Башҡортостандан Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе, танылған яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин, төбәк бүлексәһендәге медиа-төркөм етәксеһе, “Планетам — Башҡортостан” программаһы авторы һәм алыу барыусыһы Рөстәм Сиражетдинов, Рус география йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы Александр Лынник һәм сәйәхәтсе Валерий Деев ҡатнашты.
Ҡабарҙа-Балҡарҙың тәжрибәле альпинистары һәм Башҡортостан вәкилдәре ингән төркөм тауға менеп иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйҙы. Хәҙер Мостай Кәрим исемендәге тау түбәһенә артылғандарҙы шағирҙың Кавказ тауҙарына арналған шиғыры яҙылған таш ҡаршылаясаҡ.
Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһына сәфәр барышында башҡортостандар Мостай Кәримдең яҡын дуҫы Ҡайсын Кулиевтың тормошо һәм ижады менән бәйле иҫтәлекле урындарҙа — Чегемдағы йорт-музейҙа, Кулиевтың тыуған ауылы Эл-Тюбела булды. Башҡортостандан килгән ҡунаҡтар Кулиевтар нәҫеле вәкилдәренә Мостай Кәрим исемендәге тау түбәһендә ҡуйылған мемориаль таҡтаташтың күсермәһен, уның профиле һүрәтләнгән флагты тапшырҙы.


Вернуться назад