“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит”04.07.2018
1 июлдән 31 авгусҡа тиклем Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” республика хәйриә акцияһын ойошторҙо. Сараның маҡсаты – тормошта ауыр хәлгә тарыған балаларға һәм ғаиләләргә яңы уҡыу йылына әҙерләнеүҙә ярҙам күрһәтеү.

Акцияны үткәреү тураһындағы положениеға ярашлы, “Ғаилә” район-ара үҙәктәре нигеҙендә, шулай уҡ уларҙың ҡала, райондарҙағы бүлексәләрендә халыҡтан һәм предприятиеларҙан мәктәп кәрәк-ярағы йыйыла. Концелярия тауарҙары, яҙыу әйберҙәре, дәфтәр, һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡ, балалар ижады өсөн йыйылмалар өр-яңы килеш, портфель, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт яңы йәки яҡшы һаҡланған килеш ҡабул ителә.
Был әйберҙәр август аҙағында һаулығында етешһеҙлектәре булған, ишле йәки тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға тапшырыла. Ошондай ғаиләләр һәм балалар министрлыҡ ҡарамағындағы халыҡты социаль яҡлау учреждениеларында иҫәптә тора.
Әйткәндәй, быйыл һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған акцияның партнеры – “Кескәй ил” балалар тауары магазиндары селтәре. Әле Башҡортостанда уның 20 сауҙа нөктәһе бар. Шуларҙың 10-һы – Өфөлә, ҡалғандары республиканың бүтән ҡала, райондарында (Нефтекамала һәм Салауатта – икешәр, Белоретта, Күмертауҙа, Мәләүездә, Октябрьскийҙа, Стәрлетамаҡта һәм Туймазыла 1-әр магазин) урынлашҡан. Ошо аҙнала был сауҙа нөктәләрендә министрлыҡ логотибы һүрәтләнгән һәм акцияның атамаһы яҙылған үтә күренмәле ҡумталар ҡуйыласаҡ. Акция барышында “Кескәй ил” магазиндарынан һатып алыусыларға аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар өсөн мәктәп кәрәк-ярағы һатып алыу мөмкинлеге биреләсәк.
Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад