Законға үҙгәреш индерелде04.07.2018
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Башҡортостандың Дәүләт флагын һәм Дәүләт гимнын файҙаланыуҙың өр-яңы ҡағиҙәләрен билдәләгән “Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Законды ҡабул итте.

Атап әйткәндә, милек формаһының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөйөм белем биреү ойошмалары биналарына йәки уларҙың биләмәләренә республика флагын элеү нормаһы ғәмәлгә индерелде. Шулай уҡ ошондай ойошмалар үткәргән күмәк саралар, шул иҫәптән спорт, физкультура-һауыҡтырыу саралары барышында Башҡортостан флагын күтәреү йәки урынлаштырыу күҙ уңында тотола.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнына бәйле үҙгәрештәр ҙә бар. Уны мәғариф учреждениеларында яңы уҡыу йылында тәүге дәрес алдынан, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль байрамдарға арналған тантаналар осоронда башҡарыу күҙаллана. Һәйкәлдәрҙе, дәүләт һәм муниципаль байрамдарға арналған тантаналы йыйылыштарҙы асҡанда һәм япҡанда республика гимны мотлаҡ башҡарылырға тейеш.
– Закон мәғариф өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтенең мөһим принциптарының береһен тормошҡа ашырыу – йәш быуында илһөйәрлек һәм гражданлыҡ тәрбиәләү маҡсатында ҡабул ителде, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Күптән түгел генә федераль ҡануниәткә мәғариф ойошмаларында Рәсәй Федерацияһының флагын һәм гимнын файҙаланыуҙың ошондай уҡ ҡағиҙәләрен билдәләгән үҙгәрештәр индерелгәйне. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың дәүләт символдарына ҡарата тейешле нормалар ҡабул итеүҙе кәрәк тип тапты. Законда нығытылған ҡайһы бер нормалар республика ҡануниәтендә элегерәк тә билдәләнгәйне, улар ғәмәлдә әүҙем ҡулланылды. Хәҙер был нормалар мотлаҡ буласаҡ.


Вернуться назад