Килегеҙ! Күрегеҙ! Ҡатнашығыҙ!29.06.2018
Килегеҙ! Күрегеҙ! Ҡатнашығыҙ!6—7 июлдә Иглин районында III “Мәргән уҡсы” халыҡ-ара фестивале уҙғарыла.

Сара барышында ике турнир ойошторо­ла­саҡ. Тәүгеһе — район хакимиәте башлығы призына һыбай уҡ атыу, икенсеһе иһә — традицион уҡ атыу бәйгеһе. Ярыш һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостандың иң яҡшы 12 уҡсыһы асыҡланасаҡ. Төбәк һәм халыҡ-ара бәйгеләрҙә тап улар республикабыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ.
Фестиваль нигеҙендә шулай уҡ “Евразия кубогы” халыҡ-ара турнирын үткәреү күҙаллана. Унда Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы, Рәсәй төбәктәренән һәм сит ил дәүләттәренән уҡсылар көс һынашасаҡ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, әле сарала ҡатнашыуға йөҙҙән ашыу ғариза бирелгән. Улар иҫәбендә Словакия, Германия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Белоруссия вәкилдәре лә бар.
Фестивалдең маҡсаты — халыҡтарҙың тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын таратыу, өйрәтеү, уҡ атыу оҫталығын танытыу.
Әйткәндәй, фестивалде үткәреүгә Баш­ҡортостан Башлығының 90 мең һумлыҡ гранты бүленде.


Вернуться назад