Уңдырышлы һыу табылды29.06.2018
Башҡорт дәүләт аграр университетындағы тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультетында һыуҙы магнит ярҙамында эшкәртеү аппаратының өр-яңы модификацияһы эшләнде. Уның авторҙары — факультет деканы Радик Мостафин һәм өлкән уҡытыусылар Николай Кавелин менән Булат Булатов.

Уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, магнит ярҙамында эшкәртелгәндән һуң һыу “терелә”. Уның менән һуғарылған ауыл хужалығы культураларының уңышы ла, үҫеше лә, ҡоротҡостарға, сирҙәргә ҡаршы тороу һәләте лә арта. Шул уҡ ваҡытта бер ниндәй ҙә химик реактивтарҙың кәрәге юҡ.
Һыуҙы магнит ярҙамында әүҙемләштереү буйынса етди тикшеренеүҙәр үткән быуаттың 60-сы йылдары аҙағында уҡ башлана. Башҡорт дәүләт аграр университетында иһә 80-се йылдарҙа тәбиғәтте төҙөкләндереү, төҙөлөш һәм гидравлика кафедраһы профессоры Рауил Алмаев етәкселегендәге ғилми төркөм һыуға магниттың йоғонтоһон тикшерә. Ғалимдар аппараттың бер нисә модификацияһын эшләй. Уларҙы “Волжанка” ҡулайламалары менән бергә ҡулланалар. Һуғарыу өсөн Өфө районының “Дмитриевка” совхозындағы кәбеҫтә баҫыуын һайлайҙар. Эксперимент уңышлы тип таныла. Асыҡланыуынса, кәбеҫтәгә “тере һыу” ҡойоу һөҙөмтәһендә уңыш 13—15 процентҡа арта.
Әле ошо инновацияны етештереүгә индереү өсөн килешеүҙәр төҙөү буйынса эш алып барыла. Аппаратты эшләп, баҙарға сығарыуға 1,5—2 йыл үтәсәк тип күҙаллана.


Вернуться назад