Ташҡынға әҙербеҙме?06.04.2018
Яҙғы ташҡынға әҙерлек дауам итә, һәм ошо көндәрҙә республика Хөкүмәте уға арналған сираттағы йыйылышын үткәрҙе. Был юлы тәбиғәт ғәрәсәтенә әҙерлек кимәле тураһында тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев һөйләне.

– Күҙаллауҙар буйынса, Ағиҙел бассейнындағы күпселек ҙур йылғаларҙа һыу кимәленең йылдағынан 0,5-2 метрға түбәнерәк булыуы көтөлә, – тине Илдар Рим улы. – Шулай ҙа айырым иғтибар һәм тиҙ генә сара күреү талап иткән урындар ҙа аҙ түгел. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта Ағиҙел яғынан әллә ни хәүеф тыумаһа ла, Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғаларының ярынан сығыуы ихтимал. Ташҡынға ҡаршы әҙерлек буйынса барлыҡ ойошмаларҙың иғтибары бөгөн дала һәм тау йылғаларына йүнәлтелгән, сөнки уларҙа боҙ тығылыуы, һыуҙың артабан боҙ өҫтөнән ағыуы һәм бөтә үҙән буйлап йәйелеүе мөмкин. 1998, 2005 һәм 2013 йылдарҙа шулай булды. Һыу баҫыу ихтималлығы булған ауыл һәм ҡалалар исемлеген “Башгидромет” 28 мартта уҡ әҙерләгәйне.
Ҡар аҙ булыу сәбәпле, быйыл ташҡын әллә ни көслө булмаҫ тип күҙаллана. Ағиҙел йылғаһының Өфө эргәһендәге иң юғары кимәле 400-500 сантиметр (уртаса кимәлдән 280 сан­тиметрға түбән тигән һүҙ), Стәрлетамаҡ тапҡы­рында йылғаның 280-380 сантиметр (160 санти­метрға түбәнерәк), Бөрө янында 450-550 сантиметр (220 сантиметрға түбәнерәк) булыуы көтөлә.
Иң киҫкен хәл – Хәйбулла, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында. Был яҡтарҙа тупраҡ ике метрға хәтлем тәрәнлектә туңған, йылғаларҙағы боҙ ҡатламы бер метрҙан ашыу. Әйткәндәй, Хәйбулла районында ҡар һәм һыу запасы элекке йылдарҙағы кимәлдә.
– Апрелдә ямғыр һәм епшек ҡарҙың күп йыллыҡ уртаса күләмдән 30-40 процентҡа күберәк яуыуы көтөлә, – тине министр. – Быны ыңғай күренеш тип ҡабул итергә кәрәк, сөнки Нөгөш һәм Йомағужа һыу һаҡлағыстарында йәй һыуға ҡытлыҡ тыуыуы ихтимал.


Вернуться назад