Ҡыш бирешмәй23.02.2018
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә ҡыш аҙағына тиклем һауа торошонда әллә ни үҙгәреш көтөлмәй.

27 февралгә тиклем ҡар яуасаҡ. Көндөҙ 10, 13, төндә иһә 25 градусҡа тиклем һалҡынайыуы ихтимал. Ҡыштың һуңғы көнөндә иһә көндөҙ минус 8 градус буласаҡ. Был көндө яуым-төшөм көтөлмәй.
Шул уҡ ваҡытта синоптиктар яҡын арала Башҡортостанға ярайһы уҡ ҡаты һалҡындар килеүе хаҡында иҫкәртә. “Башгидромет” мәғлүмәтенә ҡарағанда, 23—24 февраль төнөндә һауа температураһы минус 28—30 градусҡа етәсәк.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Вернуться назад