Рәхим итегеҙ!23.02.2018
Рәхим итегеҙ!Өфөлә яңы спорт комплексы асылды. Унда мини-футбол, кроссфит, акробатика, волейбол, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү майҙансыҡтары бар. Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы 700 квадрат метр майҙанды үҙ эсенә алған өр-яңы Graviton спорт комплексында көтәләр.
Әүәл бинала тимер-бетон әйберҙәр заводы урынлашҡайны. Әле иһә бында балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә сәләмәт тормошҡа йәлеп итәләр. Спорт кәрәк-ярағы, кейем алмаштырыу, йыуыныу бүлмәләре, ял зонаһы һәм башҡа уңайлыҡтар бар. Үҙәкте ярыштар, мәҙәни саралар үткәреү өсөн дә файҙаланырға мөмкин. Тиҙҙән бында балалар өсөн спорт секцияларын асырға ниәтләйҙәр.


Вернуться назад