Ҡәрҙәштәр ҡоро21.02.2018
Ҡәрҙәштәр ҡороТөрки донъяһының быйылғы мәҙәни баш ҡалаһы – Кастамонула Мәғжән Жомабаев йылын асыу һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге ТӨРКСОЙ премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Был наградаға журналист һәм шағирә, “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе Лариса Абдуллина ла лайыҡ булды.

Бүләкләнеүселәр араһында Ҡаҙағстан, Төркиә, Ҡырғыҙстан, Азербайжан, Македония, Ғағауыз, Болгария, Косово һәм Төньяҡ Кипр вәкилдәре бар. Рәсәй журналистарынан премияны шулай уҡ Татарстан вәкиле – “Идель” журналының баш мөхәррире Айһылыу Хафизова алды.
Журналистар өсөн илдең учреждениеларына, иҫтәлекле урындарына сәфәр программаһы ойошторолдо. Халыҡ-ара төрки мәҙәниәт ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тантаналы сарала Төркиәнең мәҙәниәт һәм туризм министры урынбаҫары Хөсәйен Яйман, ТӨРКСОЙ-ҙың Генераль секретары Дюсен Касеинов, Кастамону про­винцияһы губернаторы Йәшәр Карадениз һәм башҡалар ҡатнашты.
– Тап ошондай ҡатмарлы осорҙа беҙ тағы ла берҙәмерәк булырға, теләктәшлек күрһәтергә тейешбеҙ. Беҙгә татыулығыбыҙҙы, туғанлыҡ ептәренең ни тиклем ныҡлы икәнен иҫбатларға кәрәк, – тине Дюсен Касеинов. Был юҫыҡта Мәғжән Жомабаевты ғына хәтергә төшөрәйек.
Мәғжән Жомабаев – күренекле ҡаҙаҡ шағиры. Быйыл уның тыуыуына 125 йыл тула. Йыл дауамында Кастамону провинцияһында сағыу мәҙәни саралар үтәсәк.



Вернуться назад