Һалым ташламаһына ғариза тапшыр13.02.2018
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, һалым ташламаһына ғаризаны быйыл 1 апрелгә тиклем тапшырыу шарт.

Быйыл 1 ғинуарҙан бер нисә үҙгәреш ғәмәлгә индерелде. Бынан ары ташламаға ғаризаны билдәләнгән форма буйынса ғына яҙырға кәрәк. Уны һалым инспекцияһына туранан-тура, күп функциялы үҙәк офисында тапшырырға, почта аша ебәрергә, Интернет селтәрендәге сайтты файҙаланырға мөмкин. Яуап тиҙерәк килһен тиһәгеҙ, ғаризала реквизиттарҙы күрһәтергә онотмағыҙ.
Быйылдан башлап һалым түләүселәрҙең льготалы категориялары ер һалымын алты сутый участканың кадастр хаҡы дәүмәленә кәметеүгә хоҡуҡлы. Бындай төркөмгә бөтә пенсионерҙар индерелә. Әгәр бер нисә участкаға хужа булһағыҙ, һалым күләменән сығып, уларҙың ҡайһыһына һалымды кәметеүҙе инспектор билдәләй. Документтарын ҡайтарма алыуға тапшырғандарға ҡайтанан ғариза яҙыуҙың кәрәге юҡ.
Төбәктә мөлкәт һалымы буйынса ташламаларҙың тулы исемлеге менән Федераль һалым хеҙмәте сайтында танышырға мөмкин.


Вернуться назад