Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!19.01.2018
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!2018 йылдың беренсе яртыһына яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәргәндәр араһында отош була тип иғлан иткәйнек. Ниһайәт, еңеүселәр асыҡланды.
Шәүрә Күсәрбаева (Стәр­лебаш райо­ны, Иҫке Ҡалҡаш ауылы), Рәшит Фәйзуллин (Салауат районы, Арҡауыл ауылы), Р. Мөхәмәтшин (Бишбүләк районы, Аҙнай ауылы), Бай­мырҙа Урмансин (Күмертау ҡалаһы), Ғәле Рай­манов (Баймаҡ райо­ны, Йомаш ауылы), Наилә Бикбаева (Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы), Юнир Аҙнағолов (Мәләүез ҡалаһы), Гүзәл Үтәбаева (Өфө ҡалаһы), һеҙҙе редакцияла бүләктәр көтә. Туғандарығыҙ килеп алһа ла була.
“Минең өсөн иң ҙур бүләк – яратҡан баҫмам­ды көтөп алыу, дуҫым, серҙәшем менән даими аралашыу, халҡымдың йөрәк тибешен тойоу”, – тип яҙғайны ха­тында бер гәзит уҡыусыбыҙ.
Гәзитебеҙгә яҙылған то­ғро дуҫтарыбыҙҙың бары­һына ла оло рәхмәтебеҙҙе бел­дерәбеҙ. Артабан да бергә ҡалайыҡ, арала­шайыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам итәйек.

Бәйләнеш өсөн телефон:
8 (347) 272-62-61.


Вернуться назад