Ҡытайҙар башҡорт балын ярата19.01.2018
Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата социаль төҙөлөш объекттарының дөйөм хаҡы 40 миллиард һумдан артып китәсәк. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС агентлығына интервьюһында ошо турала хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, был объекттар иҫәбендә онкология диспансерының палаталы корпусы, “Өфө” халыҡ-ара аэропортының яңы терминалы, балалар поликлиникалары, күперҙәр, юл айырсалары кеүек әһәмиәтле, күп миллиардлылары ла бар.

– Был объекттарҙа әле эш бара. 2019 йыл аҙағында, юбилей тантаналары тамамланған осорҙа, беҙ уларҙы иҫәпләп, отчет бирәсәкбеҙ, күп эш башҡарғаныбыҙҙы күрһәтәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, объекттар 40 миллиард һумдан ашыуға төшәсәк, – тине төбәк етәксеһе.
Ул шулай уҡ юбилей айҡанлы төҙөлгән объекттарҙың йөҙҙән күберәк буласағын да әйтте. Әле республикала дауаханалар, мәктәптәр, инфраструктура етешмәй. Был йүнәлештәрҙең барыһы ла юбилей проекттарына инәсәк.
Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү тураһындағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйғайны. Документ 2016 йылдың 17 июлендә көсөнә инде. Шул уҡ осорҙа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостандың 100 йыллығына – өр-яңы 100 объект” күләмле акцияһын үткәреү башланғысын тәҡдим иткәйне.

* * *
– Быйыл Ҡытайға башҡорт балын сығарыу 100 тоннаға етергә тейеш, – тип белдерҙе республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС агентлығына интервьюһында. – Әле был йүнәлештә эш алып барыла. Әлбиттә, күләм ҙур түгел, 10 тонна самаһы. Республикала 6 мең тонна бал етештерелеүен иҫәпкә алғанда, 10 тонна нимә инде ул?! Ҡытайҙарға беҙҙең бал бик оҡшаны, уға ихтыяж артты. Әммә сертификатлауға, балдың сифатын раҫлаған документтарға һәм башҡаларға бәйле мәсьәләләр бар. Уларҙы хәл итергә кәрәк. Ғөмүмән, экспортерҙарыбыҙ бындай проблемалар менән йыш осраша. Был эштә беҙгә “ЭКСАР” экспорт агентлығы ярҙам итә. Быйыл 100 тонна сиген үтергә тейешбеҙ, тип уйлайым. 2019 йылда, бәлки, мең тоннаға ла етербеҙ.


Вернуться назад