“Берҙәм Рәсәй” үҙ бурысын үтәй26.12.2017
“Берҙәм Рәсәй” үҙ бурысын үтәйМәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Берҙәм Рәсәй” партияһының ХVII съезы эшендә, шул иҫәптән партияның Юғары советы һәм Генераль советының берлектәге ултырышында ҡатнашты. Съездың пленар ултырышында сығыш яһап, Рәсәй Президенты Владимир Путин, “Берҙәм Рәсәй” төбәктәр һәм бөтә ил файҙаһына, граждандарҙың мәнфәғәтендәге ысын эштәре менән алдынғылыҡты яуланы, тип билдәләне.

— Ошо залда ултырған күптәр менән бергәләп “Берҙәм Рәсәй” партияһын төҙөнөк. Был эште дәүләтебеҙ тормошондағы ҡатмарлы, ғәйәт яуаплы этапта, илгә ышаныслы үҫеш, дәүләтселекте нығытыу, күләмле бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡеүәтле, берләштереүсе сәйәси көс кәрәк мәлдә башҡарҙыҡ, — тине Президент. — “Берҙәм Рәсәй” ошо бурысты үтәне һәм әле лә үтәүен дауам итә. Ошоноң өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
Үҙенең сығышында Рәсәй Президенты партияның ҡаҙаныштарын телгә алды. Дәүләт башлығы партия ағзаларын проблемалы мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ билдәләргә һәм уларҙы хәл итеү йәһәтенән эшләргә саҡырҙы.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе, ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев яҡын киләсәккә партияның өҫтөнлөклө бурыстары тураһында һөйләне, Рәсәй Президентын һайлауҙа дәүләт башлығы Владимир Путинды яҡлая­саҡтары хаҡында белдерҙе.
Съезд эшендә 2500-гә яҡын кеше ҡатнашты. Улар араһында партияның 85 төбәк бүлексәһенән 455 делегат, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, төбәктәрҙәге башҡарма һәм закондар сығарыу власы вәкилдәре, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк сәйәси советтары секретарҙары, эксперт һәм ғилми берләшмә вәкилдәре бар ине.
* * *
Төбәк етәксеһе съезд нигеҙендә уҙғарылған “Үҫеш локомотивтары” күргәҙмәһе менән танышты. Бында башҡалар менән бер рәттән Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводының импортты алмаштырған өр-яңы продукцияһы ҡуйылған. Инженерҙар Рөстәм Хәмитовҡа Өфөләге моторҙар эшләү берекмәһен, шулай уҡ бөтә Рәсәйҙәге башҡа двигателдәр эшләү заводтарын станоктар менән тәьмин итеүҙәре хаҡында һөйләне. Быйыл ғына 120-гә яҡын күп маҡсатлы үҙәк конвейерҙан төшкән, ә киләһе йыл завод майҙан­сығында 200-ҙән ашыу станок етештереү күҙаллана. Продукция сығарыу күләме даими арта.



Вернуться назад