Беҙҙекеләр – “Ғәмәлдәр форумы”нда20.12.2017
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе активистары “Киләсәккә ынтылған Рәсәй” ғәмәлдәр форумында ҡатнаша. Йомғаҡлау сараһында төбәкте Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәштәре, өҫтөнлөклө проекттарҙың координаторҙары, дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты, Халыҡ фронты конкурстарында еңеүселәр сағылдыра.


Башҡортостан йәмәғәтселәре “Киләсәк экологияһы: тотороҡло үҫеш”, “Киләсәк иҡти­сады: һанлы ил”, “Киләсәк биләмәһе: өр-яңы киңлектәр”, “Киләсәк медицинаһы: һаулыҡ һаҡлау”, “Киләсәк мәғарифы: өр-яңы мәктәп”, “Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәре” кеүек алты тематик майҙансыҡта эшләй. Улар иң яҡшы төбәк тәжрибәһе менән уртаҡлаша, ил өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары буйынса фекер алыша.
Халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова әйтеүенсә, форумдың тәүге көнөндә ул Башҡортостандағы күп фатирлы йорттарҙа тынлыҡ һәм тыныслыҡ проблемаһын хәл итеү практикаһы, федераль кимәлдә ошо мәсьәләне тамырынан хәл итеү зарурлығы хаҡында һөйләргә ниәтләй.
– Әле 2004 йылғы Рәсәй Торлаҡ кодексына үҙгәрештәр индереүгә ихтыяж тыуҙы, сөнки унда күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ булмаған биналар мәсьәләләрен, ошо биналар милек­селәренең, уларҙы ҡуртымға алыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын көйләгән хоҡуҡи нормалар юҡ, – тине Надежда Крылова. – Бындай етешһеҙлектең сәбәптәре барыһына ла аңлашыла. Документты эшләүгә 15 йыл самаһы ваҡыт үткән. Әле иһә күп фатирлы йорттарҙың күбеһендә цоколь, беренсе һәм икенсе ҡаттарҙа, подвалдарҙа бүлмәләр төрлө йәмәғәт ихтыяждары өсөн файҙаланыла башланы. Шул уҡ ваҡытта хоҡуҡи нормаларға үҙгәрештәр инде­релмәй ҡалды. Бөгөн торлаҡ булмаған биналарҙы файҙаланыусылар йорт хужалары өсөн проблема тыуҙыра, тынлыҡты, тыныс­лыҡты боҙа.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистарының фекеренсә, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексын төндә граждандарҙың тынлығын һәм тыныслығын боҙоуҙа ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы күҙаллаған махсус статья менән тулыландырыуға ихтыяж бар. Был полиция хеҙмәткәрҙәренә тәртип боҙоусыларҙың законһыҙ ғәмәлдәренә кәртә ҡуйыу, тейешле протокол төҙөү мөмкинлеген бирәсәк. Әле полиция граждандарҙың бындай ялыуҙарын йыш ҡына иғтибарһыҙ ҡалдыра, сөнки улар менән муниципаль берәмектәрҙең административ комиссиялары шөғөлләнергә тейеш.
Форумдың икенсе көнөндә тәҡдимдәр әҙерләнә. Улар Халыҡ фронты әүҙемселәренең Рәсәй Президенты Хакимиәте һәм Хөкүмәт менән артабанғы эше өсөн нигеҙ буласаҡ. “Ғәмәлдәр форумы”нда 4 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Улар – Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары һәм эксперттары, федераль власть органдары етәкселәре, журналистар.



Вернуться назад