Нестеров премияһына кемдәр дәғүә итә?20.12.2017
Нестеров премияһына кемдәр дәғүә итә? Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов “Йолалар һәм рухилыҡ” Нестеров премияһына дәғүә иткән әҫәрҙәрҙең Республика тематик күргәҙмә-конкурсы экспозицияһы менән танышты. Сара М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында үткәрелә.


Музей директоры Айрат Тере­ғолов әйтеүенсә, премияға йәмғеһе 150-гә яҡын эш тәҡдим ителгән. Беренсе турҙы 29 билдәле рәссамдың һәм дүрт сәнғәт белгесенән 57 графика, һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, скульптура һәм әҙәбиәт әҫәре уңышлы үтте. Атап әйткәндә, күргәҙмәгә Виктор Домашников, Салауат Ғиләжетдинов, Тәлғәт Мәсәлимов, Ринат Миңлебаев, Фирдант Нуриәхмәтов, Виктор Суздальцев, Юлия Устюгова һәм башҡа рәссамдарҙың эштәре ҡуйылды.
Күргәҙмә-конкурс 24 декабргә тиклем музейҙың яңы бинаһында дауам итә.


Вернуться назад