Фестивалгә рәхим итегеҙ!20.12.2017
Яңы йыл байрамдары осоронда өфөләр һәм ҡунаҡтар өсөн күләмле күңел асыу программаһы әҙерләнә. Быйыл “Яңы йылса мөғжизәле Башҡортостан” менән “ИТ Фест” сараларын берләштерергә ҡарар ителде. Уларҙы Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса, Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеттары, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойоштора.


29 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем барыһын да “Ватан” этнопаркында көтә­ләр. Ҡунаҡ тирмәһендә Ҡыш бабай менән осрашырға, шыршы уйынсыҡтары яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай ҡатнашлығындағы интерактив программаны ҡарарға мөмкин.
Байрам осоронда урта быуат уйындары ойошторола. Уҡ атыуҙа, ҡылыс менән алышыуҙа көсөңдө һынап ҡарарға була. Шулай уҡ Яңы йыл менән ҡотлап бүләк, хат ебәреү мөмкинлеге лә бар. 30 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем Салауат Юлаев исемендәге майҙанда һәм Орджоникидзе һарайы эргәһендә “ИТ Фест” фестивале уҙғарыла. Унда Башҡортостан тауар етештереү­селәре үҙ продукцияһын тәҡдим итә. Ҡунаҡтарҙы ит һәм балыҡ йәрминкәһендә, фермер баҙарында көтәләр. Бында шулай уҡ барбекю зонаһы, Яңы йыл сувенирҙары һәм уйынсыҡтары һатыу, оҫталыҡ дәрестәре, дизайн-маркет ойошторола.


Вернуться назад