Иң-иңе тип кемдәр танылыр?13.09.2017
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссия, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарағандан һуң, конкурста ҡатнашыуға түбәндәгеләрҙе үткәрҙе:

Бәшәрова Зөһрә Әхмәтшәрип ҡыҙын – ауыл эшсәндәре, яҡташтар, тарих тураһындағы материалдары өсөн;
Беллендир Светлана Фаиновнаны – “Өфө – Луганск. Дуҫлыҡ юлы” очерктар шәлкеме өсөн;
Вәлитов Октябрь Кәлей улын – “Онотолмаҫ исемдәр” китабы һәм “Кызыл таң” гәзитендә донъя күргән аналитик материалдары өсөн;
Воронова Марина Сергеевнаны – “Стерлитамакский рабочий” гәзитендә баҫылып сыҡҡан замандаштар, уларҙың яҡшы ғәмәлдәре һәм эштәре тураһындағы материалдары өсөн;
Ғизәтуллина Рәғиҙә Иштимер ҡыҙын – “Инйәр” гәзитендә баҫылып сыҡҡан көнүҙәк проблемалар тураһындағы мәҡәләләре өсөн;
Данилов Александр Леонидовичты – “Башҡортостан ҡыҙы” журналындағы фотоэштәр шәлкеме өсөн;
Ишморатова (Аралбаева) Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙын – республика мәҙәниәте, сәнғәте, Башҡортостандан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ тураһындағы мәҡәләләре өсөн;
Күзбәков Фәнил Тимерйән улын – Башҡорт журналистикаһы, туған телде, тәбиғәт ҡомартҡыларын, матди һәм рухи мәҙәниәтте һаҡлау, йәш быуынды тәрбиәләү тураһындағы мәҡәләләре өсөн;
Сөләймәнов Әнүәр Зөфәр улын – “Йондоҙҙар балҡышы” һәм “Хәрби яҡташтарыбыҙ – илебеҙ ғорурлығы” китаптары өсөн;
Таһиров Эдуард Йософ улын – “Дуҫтар, хеҙмәттәштәр, көрәштәштәр тураһындағы этюдтар” китабы өсөн;
Толомғужин Зөфәр Ғәли улын – “Йәшәү өсөн көрәш” китабы өсөн;
Вәлиәхмәтов Валерий Ғәлиәскәр улы, Чепикова Марина Анатольевна, Ҡусҡарбәкова Светлана Ни­ко­лаевна, Шәрәфетдинов Айрат Ҡәниф улы ингән “Софалю” ижади коллективын – “Өфө эшҡыуарлығы: факттар, ваҡиғалар, кешеләр” китабы өсөн;
Калугин Игорь Дмитриевич, Булавина Татьяна Михайловна, Мостафина Гөлсөм Нурислам ҡыҙы ингән “Белорецкий рабочий” гәзите редакция­һының авторҙар коллективын – “Замандаштар образдары” темаһына мәҡәләләр шәлкеме өсөн.
Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын һәм айырым кешеләрҙе 2017 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгән эштәр буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашырға саҡыра. Тәҡдимдәрҙе һәм иҫкәрмәләрҙе, фекерҙәрҙе матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио тапшы­рыу­ҙарында йәки түбәндәге адрес буйынса ебәрелгән хаттарҙа еткерергә мөмкин: 450076, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 10-сы ҡат, Башҡортостан Журналистар союзы. Телефон-факс: 276-42-66. Конкурста ҡатнашҡан эштәрҙе тикшереү 25 сентябргә тиклем дауам итә.


Вернуться назад