Өс көндә — 8,4 тонна бал06.09.2017
Өс көндә — 8,4 тонна балРеспубликаның баш ҡалаһында ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 8,4 тонна бал, 2,2 тонна картуф һәм 1,8 тонна йәшелсә һатылған.
Уҙған ял көндәрендә Өфөләге өс майҙансыҡта гөрләгән йәрминкәләрҙә 29 муниципаль райондан ауыл хужалығы етештереүселәре ҡатнашҡан. Балдың 1 килограмы уртаса 300-1100 һум, картуф — 13-40, һуған — 13-45, кишер — 15-47, сөгөлдөр, кәбеҫтә 15-42 һум кимәлендә баһаланған.


Вернуться назад