Йәшлек бейеүе28.07.2017
Йәшлек бейеүеКүргәнегеҙ бармы һеҙҙең
Матурлыҡтың бейегәнен?
Ул үҙенә туплап алған
Тәбиғәттең барлыҡ йәмен.

Күҙҙәренә ғаләм һыйған,
Ем-ем килә йондоҙҙары.
Табанынан осҡон сәсә
Милләтемдең ул-ҡыҙҙары.

Халҡыбыҙҙың ихласлығын,
Бар булмышын асып бейей.
Гүйә, улар ергә түгел,
Йөрәктәргә баҫып бейей.

Ошо сихри гүзәллеккә
Ҡарап тороп, таң ҡалаһың:
Дәрттең, көстөң, саялыҡтың,
Матурлыҡтың тантанаһы!

Алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы, илһөйәр башҡорт йәштәрен оло ҡорға йыябыҙ. Йырҙарҙа данланған Ирәндек буйында, Граф күле янында, 29-30 июлдә Башҡорт йәштәре йыйыны үтә. Данлы тарихыбыҙға яңы күҙлектән бағып, халҡыбыҙҙың бай мираҫына – йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып әҙерләнгән яңыртылған форматтағы форумға республиканан һәм Рәсәй төбәктәренән йәштәр саҡырыла.
Йыйынды ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Баймаҡ районы хакимиәте һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы. Һуңғы осорҙа йәштәргә айырыуса ҙур иғтибар бүлгән Ҡоролтайға афарин!


Вернуться назад