Ил менән бергәләп уҡыйыҡ!28.07.2017
Август-сентябрь айҙарында Мәғариф министрлығының башланғысы менән ойошторолған “Китап һөйөүсе атай-әсәй – китап һөйөүсе ил” конкурсының республика этабы үтә.

Сара “Китап уҡыусы әсәй – китап уҡыусы ил” Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә уҙғарыла. Уның маҡсаты – бала һәм ата-әсәләрҙе китап уҡыуға ылыҡтырыу, китап уҡыған ғаилә имиджын, социомәҙәни мөхит булдырыу һәм балалар китапханаларының эшен әүҙемләштереү.
Республика конкурсында район этаптарында еңеп сыҡҡан уҡыусы балалар һәм ата-әсәләр менән берлектә мәктәп китапханалары ҡатнаша. Талап буйынса конкурсанттар китап менән таныштырыу маҡсатында ҡыҫҡа роликтар әҙерләй. Эштәр төрлө иллюстрациялар, фотолар, китаптар, сәхнә тамашалары менән байытылырға мөмкин. Ижади эштәр сентябрь аҙағына тиклем ҡабул ителә. Конкурс еңеүселәре йәш категориялары буйынса һәм Интернетта тауыш биреү һөҙөмтәһендә октябрҙә билдә­ләнәсәк, ҡатнашыусыларға бүләктәр һәм сертификаттар тапшырыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте Мәғариф министрлығының рәсми сайтында алырға мөмкин.



Вернуться назад