Ихаталар күркәмләнә28.07.2017
“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” өҫтөнлөклө проектына ярашлы, йыл аҙағына тиклем Өфөнөң Дим районында биш ихата төҙөкләндереләсәк.

Эш 26 июлдә Ухтомский урамындағы 26/2-се йорт ихатаһында башланды. Программа автомобиль һәм йәйәүлеләр юлына асфальт түшәүҙе, туҡталҡаларҙы киңәйтеүҙе, сүп-сар һауыттарын яңыртыуҙы, балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Баш ҡаланың Дим районында Хәҡиҡәт, Левитан, Ухтомский, Дағстан урамдарындағы йорттарҙың ихаталарын тәртипкә килтереү ҡарала.


Вернуться назад